«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙең Милләттәр йортонда йәш Өфө рәссамы Вера Фролованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Ул Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында ойошторолған һәм ике аҙна дауамында барасаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
Вера Фролова Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетын тамамлаған, 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, ҡала, республика, төбәк-ара һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә тиҫтәләгән шәхси күргәҙмә уҙғарған. «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» (Псков) дөйөм Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған республика һынлы сәнғәт конкурсы лауреаты, 2013 һәм 2014 йылдар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Рәссам Башҡортостандың хәҙерге йәш һынлы сәнғәт лидерҙары иҫәбенә инә. Уның стиле – ысынбарлыҡ, рус мәктәбе традициялары, кешенең рухи донъяһын күрһәтеү. Уның портреттарында, жанр һүрәттәрендә гуманистик әсәлек, быуаттар күсәгилешлеге, башҡорт халҡының тарихы һәм уның милли йолаларының матурлығы кеүек темалар күтәрелә.