Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүҙә барған "Артмиграция" Бөтә Рәсәй йәш режиссура фестивале "Хыялға ҡаршы" спектакле (А.Ишбулдина инсценировкаһы, А.Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса, режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев) менән асылды.
Спектакль Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының "На Страстном" театр үҙәге сәхнәһендә күрһәтелде.
Амаду Мамадаков: "Кисә иҫ киткес спектакль ҡараным! Актерҙар уйыны, режиссер эше лайыҡлы кимәлдә ине. Спектаклдән һуң өйгә ҡайтып барғанда, был тамашаны юҡҡа ғына ҡарамағанмын, тигән уй тыуҙы. Мәскәүҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай уйҙар һирәк тыуа. Актерҙар менән бер мәктәпте - Щепканы тамамлауыма ғорурланып бөтә алманым".
Елизавета Печеркина: "Артистарға һис шикһеҙ ышанаһың. Ильястың күҙ йәштәренә, Фәриттең ҡурҡаҡлығына, сәхнәлә әйтелгән һәр бер үҙгә ышанаһың. Һәр бер хис-тойғо эскерһеҙ, теп-теүәл дөрөҫ. Был шул тиклем һоҡландыра".
Тулыраҡ спектаклдең Бәйләнештә сәхифәһендә: https://vk.com/public151916723