Мәскәүҙә Башҡорт дәүләт драма театры коллективы ағзалары Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә осрашыуҙа булды

Мәскәүҙә Башҡорт дәүләт драма театры коллективы ағзалары Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә осрашыуҙа булды

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы ағзалары менән осрашыу үтте.

Вәкиллек менән осрашыуҙа – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, директоры Иршат Фәйзуллин, художество етәксеһенең ярҙамсыһы Эльвира Абдраҡипова, РФ-ның һәм БР-ҙың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, БР халыҡ артисы Илдар Сәйетов, БР халыҡ артисы Алмас Әмиров һәм актриса Римма Ҡаһарманова ҡатнашты.

Вәкиллектең етәксеһе Роман Симандуев театрҙы гастролдәрҙе уңышлы башлап ебәреүе менән ҡотланы, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле хаҡында үҙ фекерен еткерҙе. «Алтын битлек»тә еңеүҙәр теләне.
Үҙ сиратында Олег Ханов мәҙәниәткә, сәнғәткә иғтибары өсөн театр коллективы исеменән рәхмәтен белдерҙе.
Театр вәкилдәре Мәскәү гастролдәре, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр Фестиваль-премияһы, 2019-сы йылға пландар тураһында һөйләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb