Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Мәскәү ҡалаһының Кино йортонда Башҡортостанда төшөрөлгән тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар һәм йәнһүрәттәр күрһәтелде. Баш ҡала тамашасылары Башҡортостан режиссерҙарының эштәрен аяғүрә алҡышланы.
Башҡорт киноһын ҡарарға теләүселәрҙе һыйҙырыр өсөн залда өҫтәмә урындар ҡуйылды. Сарала кино индустрияһы вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары, профилле министрлыҡ белгестәре ҡатнашты.
Йәнһүрәт, тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильм - Башҡортостан киноһы төрлө яҡтан асылды. Тамашасы республиканың күренекле шағиры Бабичтың тормошо һәм ижады, әкиәт геройҙары Алдар һәм бүре менән танышты, режиссер Айнур Асҡаровтың фильмы «мөхәббәтле» сәләм алды.
Белгестәр әйтеүенсә, фильм аша милләт-ара татыулыҡты һәм милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырырға мөмкин. Комедия йәки трагедия, хәҙерге йәки үткән заман булһынмы, бында үҙ эшен белгән команда һәм картина сифаты мөһим. Әммә финанс сығымдарһыҙ был эште әллә ни алға этәреп булмай. Башҡортостандың кино сәнғәтенә дәүләт грантын бүлеү тәжрибәһен күрше төбәктәр юғары баһаланы.
Кино көндәрен ойоштороусы, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, башҡорт киноһынан бренд эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Был үҙ сиратында республиканы донъя кимәлендә танытыуҙың заманса һәм уңай ысулы.