Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан концерт уҙғарылды

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан концерт уҙғарылды

Мәскәүҙең Халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан "Башҡортостанда тыуғандар" тип исемләнгән тантана уҙҙы. Мәҙәни сарала талантлы һәм исемдәре донъяға билдәле яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.

“Башҡортостанда тыуғандар” байрам концертына республика Башлығы вазифаһын ваҡытыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килде. Төбәк етәксеһе фойела халыҡ менән аралашты, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Был сара Мәскәү хәбәрселәренең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы, был байрамдың әһәмиәте, республиканың бөгөнгө үҫеш юлы менән ҡыҙыҡһынды.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова саҡырыуы буйынса илдең баш ҡалаһына Сибай сәнғәт, художество һәм музыка мәктәптәренең иң талантлы уҡыусылары ла ҡатнашты.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән осрашыу ойошторолдо.

СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәйҙең Милли филармония оркестры, музыканттар Артур Нәзиуллин, Рөстәм Хәмиҙуллин, Тимофей Владимиров, ҡурайсы Роберт Юлдашев, йырсылар Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Диләрә Иҙрисовалар сығыш яһаны.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb