Мәскәүҙә "Дон Кихот" премьераһы үтте

Мәскәүҙә "Дон Кихот" премьераһы үтте

Кисә, 3 августа, Мәскәүҙә Ҙур театрҙа "Дон Кихот" операһы премьераһы үтте. Уны Башҡортостандың мәҙәни презентацияһы тип баһаланылар. Премьерала Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров етәкселегендәге Республика делегацияһы ҡатнашты.

"Башҡортостан үҙенсәлекле төбәк. Рәсәйҙә барыһы ла уны тәрән мәҙәниәтле төбәк итеп белә, шуға республиканы танытыу буйынса төрлө йүнәлештәр буйынса эш алып барыла. Иң мөһимдәренең береһе - мәҙәниәт. Башҡортостандағы һымаҡ коллективтар Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһай ала", - тине Андрей  Назаров.

Спектаклдең режиссеры – Аскар Абдразаҡов. Тамаша - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры художество етәксеһенең режиссер булараҡ дебют эше. 

Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы Иван Складчиков әйтеүенсә,  “Дон Кихот” операһы бөтә театрҙарҙың да репертуарында юҡ. Моңһоу рыцарь хаҡындағы әҫәрҙе донъяның өс театры ғына сәхнәләштергән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҙур театрҙа беҙҙең театр постановкалары йыл һайын күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb