28 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур концерт менән сығыш яһай.
П.И. Чайковский исемендәге концерт залының легендар сәхнәһендәге тамаша Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған юбилей йылын аса.
Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров (1912-1984) – Башҡортостандың беренсе профессиональ хореографы, балетмейстер, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, «Почет билдәһе» ордены кавалеры, уның исемен йөрөткән бөтә донъяға билдәле Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм уның тәүге художество етәксеһе.
Уҡытыусыһы – СССР-ҙың халыҡ артисы Игорь Моисеевтың фатихаһы Фәйзи Ғәскәровҡа Башҡортостанда үҙенсәлекле бейеү ансамблен ойоштороуға дәрт бирә. Бөгөн Ғәскәровтың исеме республиканың профессиональ бейеү сәнғәтен булдырыу һәм үҫтереү символы булып тора. Фәйзи Әҙеһәм улының ижады Башҡортостан бейеү сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә.
Был кис тамашасылар башҡорт хореографияһы классикаһы – «Зарифа», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәрен ҡарай ала. «Төньяҡ амурҙары» бейеүе башҡорт яугирҙәренең элекке батырлыҡтары һәм ирекле башҡорт халҡы тураһында хәтергә төшөрә. Икенсе бүлектә ғәскәровсылар ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм Парижда «Биш ҡитға» алтын миҙалына лайыҡ булған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһынан композициялар тәҡдим итә.