Мәскәүҙә «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең һайлап алыу этабы уҙҙы

Мәскәүҙә «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең һайлап алыу этабы уҙҙы

Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу этабы уҙҙы.  

Һайлап алыу этабында Шафиҡ Баҡтыбаев (1 урын), Алтынай Заһитова (2 урын) һәм Лия Мөхәмәтова (3 урын) еңеү яуланы.

«Йәшлек-шоу» башҡорт йыры фестивале 28-се тапҡыр уҙғарыла. Тәүге тапҡыр һайлап алыу турҙары Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә һәм Башҡортостандың бер нисә зонаһында ойошторола.  

Проект еңеүсеһенә 300 мең һум аҡса һәм ҙур сәхнәгә сығыу өсөн тәжрибәле продюсер менән контракт тапшырыла. «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең продюсеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Проекттың жюри ағазалары иҫәбендә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бар.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb