Мәскәүҙә "Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабының презентацияһы үтте

Мәскәүҙә "Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабының презентацияһы үтте

Мәскәүҙә "Ҡыҙыл майҙан" Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә "Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабының презентацияһы үтте. 

Баҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле башҡорт яҙыусыһы, драматургы, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең (1919 - 2005) йөҙ йыллыҡ юбилейы алдынан донъя күрҙе.

Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында "Инеш" нәшриәте сығарҙы. Был ғәҙәти булмаған китапта автор уҡыусы менән тормош, Ватан, йән, һөйөү һәм дуҫлыҡ тураһында ашыҡмай ғына фәлсәфәүи диалог ҡорған кеүек.

Китапты төҙөүселәр Алексей Фенин һәм Гөлнара Белозерова Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, шағир яҙмышын бар ил тормошо контексында сағылдырған һәм уны заман нәфис әҙәбиәтенең сағыу, тәрән һәм үҙенсәлекле күренеш булараҡ асҡан проза, шиғыр, хәтирәләрҙән өҙөктәр һайлаған.

- Был уникаль баҫма, сөнки Мостай һүҙе, уның көндәлектәре, шиғриәте аша беҙ уның күңел түрендә йөрөткән уйҙарын күрәбеҙ. Китап беҙҙең олатайыбыҙ Мостай Кәримгә  - ҙур талантлы яҙыусы, фронтовик, бай һәм ҡатмарлы яҙмышлы,  ирекле фекерле, юғары гражданлыҡ тойғоло кешегә ҡарата оло ихтирам һәм оло һөйөү менән эшләнгән. 

Китап презентацияһы илебеҙҙең төп майҙанында ойошторолдо һәм йыйылған ҡунаҡтар алдында уҡылған Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың тантаналы сәләмләү һүҙенән башланды.

- Мостай Кәрим ижады дәүләтебеҙ тарихынан айырылғыһыҙ, дәүер сағылышы булып тора. Мостай киләсәк быуындарға традицион рухи ҡиммәттәрҙе тапшыра,  тормоштоң төрлө саҡтарында кешеләрҙе элек һәм бөгөн борсоған һорауҙарына яуап бирә, Бөйөк Ватан һуғышын һәм унан һуңғы илде ҡатмарлы тергеҙеү осорон үткән кешенең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Күлиев, Давид Күгүлтиновтарҙың ижади мираҫы - беҙҙең күп милләтле илебеҙ өсөн милли әҙәбиәттең берләштереү  роленең өлгөләре, - тине министр.

Ул шулай уҡ китап төҙөүсе һәм нәшер итеүселәрҙе "Классик нәфис әҙәбиәтенең иң яҡшы баҫмаһы" дипломдары тапшырылыуы менән ҡотланы һәм китап уҡыусылар тарафынан тейешенсә баһа аласағына ышаныс белдерҙе.

Презентация барышында китап эшләнеше һәм Мостай Кәрим шәхесе тураһында  уны белгән һәм баҫманы нәшер итеүҙә ҡатнашҡан кешеләр сығыш яһаны.

- Яҙыусы һүҙе дуҫлашыу һүҙе лә, дошманлашыу һүҙе лә, мөхәббәт һүҙе лә, нәфрәт  һүҙе лә була ала. Рәсәй менән күрше илдәр араһында бөгөн әрнеүле, яманһыу, фажиғәле, төҙәтеп булмаҫлыҡ байтаҡ нәмә килеп сыға икән, ул бөгөн беҙҙең менән Мостай Кәрим, Сыңғыҙ Айтматов, Василь Быков, Давид Күгүлтинов, Рәсүл Ғамзатов булмауы арҡаһында.

Шуның өсөн дә был китап Мостай Кәримдең буласаҡ юбилейы, уның исеменә, фәлсәфәһенә, мираҫына мөрәжәғәт итеү изгелек һәм һөйөү яғына ыңғайлау булыр, - тине А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ректоры Алексей Варламов.

Рәсәй фән академияһының Донъя әҙәбиәте институтының директоры Вадим Полонский Мостай Кәримде башҡорт халҡының универсаль йырсыһы тип атаны һәм уны ер - әсәнән көс алыусы Антика заманындағы Антей исемле мифологик геройы менән сағыштырҙы.

Китап матур биҙәлешле ҙур бүләкләү форматында сығарылған. Китаптың текст материалы шәхси архив һәм билдәле фотографтарҙың архив фотолары менән иллюстрациялланған.

- Был китап - халыҡ шағиры Мостай Кәрим юбилейына бик яҡшы бүләк, Ҡыҙыл майҙанда үткән Мәскәү китап йәрминкәһенең биҙәге. Нәшриәттең иҫ китмәле эше, ә иң мөһиме  - йөкмәткеһе: Мостай Кәрим беҙҙең менән үҙенең аҡыллы проза, шиғри әҫәрҙәре аша һөйләшә, хәтирәләре менән уртаҡлаша һәм киләсәк быуынға Ватанды  яратыу һәм һаҡлау, намыҫ буйынса йәшәү тураһында нәсихәт бирә, - тине Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтахана етәксеһе Нәфисә Билалова.

"Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабы Рәсәй китап сығарыусылар Ассоциацияһының "2017 йылдың иң яҡшы китаптары " конкурсына күрһәтелде.  Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ул  "Классик нәфис әҙәбиәтенең иң яҡшы баҫмаһы" номинацияһының  шорт -битенә инде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb