Мәскәүҙә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» фильмының премьераһы үтте

Мәскәүҙә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» фильмының премьераһы үтте

«Художественный» кинотеатрында 45-се Мәскәү халыҡ-ара кино фестивале сиктәрендә "Ярлыҡау" кинокартинаһының премьераһы уҙҙы. Ижади төркөмдө ҡотларға театр һәм кино артистары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, популяр блогерҙар һәм музыканттар килде.

Фильм совет башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән. Сюжет үҙәгендә - егерме йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы, ул йәш Мария-Терезаға ғашиҡ. Часта «отбой» командаһы яңғырағас та сержант, һуғыш алдынан һөйгәнен күреп ҡалыр өсөн, осрашыуға йүгерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һуғыш ваҡыты закондары буйынса юғары яза янаған енәйәт ҡылыуын аңламай.

- «Ярлыҡау» - Мостай Кәрим өсөн шәхси әҫәр. Ул уны һуғыштан һуң 40 йыл дауамында күңелендә йөрөтә. 1941 йылда фронтҡа китә, 1945 йылда Еңеүҙе Венала ҡаршылай һәм былай тип яҙа: мин һуғыш геройы түгел, мин уның эшсәне. Шуға күрә был повесть – һуғышты үткән һәм ижади бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалған һәм шағир булып ҡалған кешенең баһалап бөткөһөҙ күҙәтеүҙәре, - тип билдәләне фильмдың продюсеры, Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов.

4 майҙа кинокартина дөйөм Рәсәй прокатына сыға. Спектаклдең премьераһы Өфөлә, Ҡазанда һәм Түбәнге Новгородта уҙасаҡ.

Фильмды Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор фильм студия» кинокомпанияһы төшөргән.

Мәскәүҙә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» фильмының премьераһы үтте
Мәскәүҙә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» фильмының премьераһы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb