Бөгөн, 18 июлдә, Рәсәй художество академияһында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй художество академияһының ағза-корреспонденты Рәшит Солтан улы Хәбировтың ижади күргәҙмәһе асыла.
Рәшит Хәбиров тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың хәҙерге заман һынлы сәнғәтенә башҡорт халҡының милли традицияларында тамырланған һыҙаттарҙы индерә. Үҙенең әҫәрҙәрендә ул үҙ халҡының күп быуатлыҡ мәҙәниәте традицияларын, академик мәктәп нигеҙҙәрен һәм Рәсәй реалистик сәнғәте принциптарын берләштерә.
Рәссам 1953 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. Махсус белемде Мәскәү дәүләт художество институтының һынлы сәнғәт факультетында ала. Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Авторҙың әҫәрҙәре Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияларында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, шулай уҡ Рәсәй, Бөйөк Британия, Польша, Германия, Франция, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙең шәхси йыйылмаларында һәм галереяларында һаҡлана.