Мәскәүҙә Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте

Мәскәүҙә Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан вәкиллегендә талантлы шағирә һәм журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара шиғриәт һөйөүселәрҙе, илебеҙҙең баш ҡалаһында туған телгә, моңға сарсап көн күргән милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға йыйҙы. Һәр кем Лариса Абдуллинаның йөрәккә үтеп инерлек итеп уҡыған шиғырҙарын тыңлап, “Арғымаҡ” этно-рок, “Аҡтирмә” фольклор төркөмдәренең рухлы, дәртле сығыштарын ҡарап кинәнде. Мәскәүҙәге төрөк диаспораһы етәксеһе Йософ Шен, ҡырғыҙ яҙыусыһы Маҡсатбек Гапыров, Евразия һәм Рәсәй халыҡтарының Әҙәби советы рәйесе Маргарита Аль һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар һүҙ тотоп, Лариса Хашим ҡыҙы ижадының юғары әһәмиәтен, уның, талантлы шағирә булыуҙан тыш, үҙ Башҡортостанының илһөйәре икәнен, көслө рухын билдәләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb