Мәскәүҙәге фестивалде Башҡортостандың милли симфоник оркестры асты

Мәскәүҙәге фестивалде Башҡортостандың милли симфоник оркестры асты

10 июндә Мәскәү консерваторияһының ҙур залында “Рәсәй тыуҙырған” музыка фестивален асыу тантанаһы уҙҙы: Фестивалдең тәүге концертын Башҡортостандың баш дирижеры, атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры тәҡдим итте.

Фестиваль илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе - Рәсәй көнө уңайынан ойошторолдо.

Концерт программаһы Рәсәйҙең мәҙәни кодының уңышлы сағыу милли мәҙәниәттәр төрлөлөгө һоҡланғыс матурлыҡҡа һәм ғәйәт ҙур көскә эйә берҙәм цивилизация киңлеген булдыра: оркестр “Цыганское каприччио”ны һәм Сергей Рахманиновтың Икенсе симфонияһын башҡарҙы, шулай уҡ тыңлаусыларға “Урал батыр” симфоник картинаһы күрһәтелде. “Урал батыр” Мәскәү тамашасылары өсөн асышҡа һәм баш ҡаланың башҡорт йәмәғәтселеге өсөн ҙур бүләккә әүерелде.

“Мәскәүҙәге Милли симфоник оркестр концерттары – ул һәр саҡ яҡташтарыбыҙҙың осрашыу урыны. Башҡортостан исеменән һәр саҡ ҙур уңыш менән сығыш яһаған оркестрыбыҙҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Бөгөн Мәскәү консерваторияһының ҙур залында бөтә ил өсөн бик мөһим фестиваль асыла, һәм Рәсәй мәҙәниәтен үҫтереү өсөн мөһим патриотик ваҡиғаны нәҡ Башҡортостан Дәүләт оркестры асыуы – ижади коллективтың ҙур хөрмәте һәм юғары кимәле күрһәткесе ул”, – тине Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов.

Артур Нәзиуллин, БР Милли симфоник оркестрының генераль директоры, БР халыҡ артисы былай тине:

“Мәскәүҙә республика башҡарыу сәнғәтен консерваторияның ҙур залында күрһәтеү – һәр ваҡыт оло хөрмәт һәм юғары яуаплылыҡ. Оркестр, музыканттар, маэстро Дмитрий Крюковҡа иҫ киткес башҡарыуҙа Рәсәй музыкаһының бөйөк әҫәрҙәрен ишетеү бәхете өсөн, ә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров йөҙөндә һәм республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға оркестрға етди ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм”.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb