Мәскәүҙән килгән ижади ҡунаҡтар "Китап байрамы"н юғары баһалай

Мәскәүҙән килгән ижади ҡунаҡтар "Китап байрамы"н юғары баһалай

Бөгөн Китап байрамының төп сәхнәһендә "Вахтангов һәм уның уҡыусылары" спектакль-бағышлау булды. Уны театр педагогы, РФ-тың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Анна Бруссер һәм актриса, Щукин исемендәге Театр институты доценты Софья Высоковская тәҡдим итте. Сығыштан һуң улар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.  

— Анна Марковна, Өфөләге Китап байрамынан алған тәьҫораттарығыҙ ниндәй?
– Бик күләмле, мөһим сара, унда ҡатнашыуыма шатмын. Өфөгә өсөнсө тапҡыр килдем, бик оҡшай. Бында йылы рухи аралашыуҙарға кинәнәһең. 
– Һеҙ тамашасыларҙы сәхнәгә саҡырҙығыҙ. Был кемдең идеяһы?
– Минеке. Был спектакль - эс сереңде бүлешеү төҫлө. Шуға ла тамашасылар менән ара бик ҙур булмағаны һәйбәт. Етмәһә, бөгөн бигерәк сағыу ҡояш, уларға асыҡ ерҙә ултырыу бик үк рәхәт булмаҫ ине. 
– Был тәжрибәне артабан да тормошҡа ашырырһығыҙмы?
- Әлбиттә. Кешеләр, айырыуса йәштәр менән һөйләшергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Юғиһә улар етди, мөһим темаларға кешеләрсә аралашыуҙан ситләшә башлай. Беҙҙең менән ихлас булһындар тиһәк, иң беренсе нәүбәттә үҙебеҙгә асыҡ булырға кәрәк. 
 
Софья Высоковская ла һорауҙарға яуап биреүҙән ситләшмәне.
– Һеҙгә Өфө тамашасыһы оҡшанымы?
– Өфөлә беренсе тапҡырмын. Бик изгелекле, асыҡ йөҙлө, ҡыҙыҡһыныусан кешеләр.
– Китап йәрминкәһен ҡарап өлгөрҙөгөҙмө?
– Эйе, бик матур тәьҫораттар ҡалды. Ижади кешеләр, кәсепселәр өсөн уларҙың эшен күрһәтеү бик мөһим. Был милли үҙаңды һаҡлау өсөн дә әһәмиәтле. 
– Беҙҙәге йәрминкәне күпмелер ваҡыттан һуң да иҫкә алырһығыҙмы икән?
– Әлбиттә. Бик матур майҙан, мөһабәт колоннада, һәйкәл – үҙемде хатта Мәскәүҙә торғандағы кеүек хис иттем. Күләмле, ҙур киңлек шундай тойғолар бирә. 
 
Һүрәттәрҙә: А. Бруссер.
Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәтенән.
Мәскәүҙән килгән ижади ҡунаҡтар "Китап байрамы"н юғары баһалай

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb