Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 2017 йыл ижади эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 2017 йыл ижади эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай

25 декабрь 13.30 сәғәттә «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалының медиа үҙәгендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театырының ижади эшмәкәрлеген йомғаҡлауға арналған пресс-конференция уҙасаҡ.

Үткән йыл театр өсөн бик уңышлы булды: Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме...», Т.Миңнуллиндың «Эҙләнем, бәғерем, һине», Д.Урбандың «Мouse story» һәм көтөп алынған Г.Яхина романы буйынса ҡуйылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклдәренең премьералары аншлаг менән үтте. И.Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһы яңыртылған вариантта сәхнәгә ҡайтты; юбилей кисәләре уҙҙы, шулай уҡ театр коллективы Ҡазан, Ырымбур, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында сығыш яһаны; Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ-ара фестивале үтте. Театрҙың спектаклдәре «Алтын битлек», «Артмиграция», «Коляда-plays», «Туғанлыҡ» фестивалдәрендә билдәләнде. «Хыялға ҡаршы» спектакленең ижади төркөмө Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ булдылар.

«Родина» кинотеатрында - исем туйы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb