Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Эҙләнем, бәғерем, һине..." спектакле фестивалдә ҡатнаша

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Эҙләнем, бәғерем, һине..." спектакле фестивалдә ҡатнаша

Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәгә сығарған "Эҙләнем, бәғерем, һине..." спектакле "Беүә: аралашыу киңлеге" Халыҡ-ара фестиваленә саҡырылды.

Был фестиваль Татарстан Республикаһында  икенсе тапҡыр үткәрелә. Тәүгеһенең статусы Бөтә Рәсәй фестивале булһа, ағымдағы йылда сарала Швейцария, Эстония, Италия, Монголия, Белорус, Ҡаҙағстандан һәм Рәсәйҙең төбәктәренән театрҙар ҡатнаша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Эҙләнем, бәғерем, һине..." спектаклен фестиваль өсөн сараның программа директоры, театр тәнҡитсеһе Нияз Иғламов, махсус Өфөгә килеп ҡарап, һайлап алды.

Фестиваль 15-24 майҙа Беүә ҡалаһында үтәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb