Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрының ижади төркөмө Алехандро Касонаның "Ағастар баҫып үлә" әҫәре буйынса эш алып бара.
"Испан драматургының әҫәре беҙҙең театрыбыҙҙың ҡан йөрөшөнә тап килә. Был - мелодрама. Башҡортсаға Фаҡил Мырҙаҡаев тәржемә итте. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: пьесалағы бөтә ролдәр ҙә шәп", - ти театрҙың художество етәксеһе, спектаклде сәхнәгә сығарыусы режиссер Олег Ханов.
Яңы спектакль - тамашасылар өсөн дә, актерҙар өсөн дә һәр саҡ матур бүләк. Артистарға был изге башланғыста ижади уңыштар теләйбеҙ!