15 һәм 16 майҙа Мәскәүҙең «Модерн» драма театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре уҙа. Был юлы мәскәүҙәргә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған ике популяр спектакль тәҡдим ителә.
Тәүге көндә Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» повесы буйынса музыкаль мелодрама күрһәтелә. Ул бына инде 10 йылдан ашыу театр сәхнәһендә аншлаг менән бара. Төп ролдә - Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров.
16 майҙа Башҡорт драма театры мәскәүҙәрҙе уҙған миҙгелдең сағыу премьераларының береһенә - «Һинһеҙ килгән яҙҙар»ға саҡыра. Спектакль Зифа Ҡадированың повесы буйынса ҡуйылған. Мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһындағы романы буйынса спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры гастролдәр менән Мәскәүҙә 2019 йылда театрҙың 100 йыллығы сиктәрендә булғайны. Ул саҡта А.С. Пушкин исемендәге театр сәхнәһендә Айрат Абушахмановтың “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле һәм «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһы, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Хыялға ҡаршы» спектакле, шулай уҡ тотош коллектив ҡатнашлығында тамаша күрһәтелде.