Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры реконструкциялана. Яңыртыу эштәре 2019 йылда театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына уҙғарыла. Был дата шулай уҡ Республиканың 100 йыллығын һәм башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын байрам итеү менән тап килә.
Ремонт эштәре 2018 йылдың сентябрендә башлана һәм 2019 йылдың апреленә тиклем бара. Ҙур залда тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарын, ултырғыстарҙы алмаштырыу күҙаллана. Кесе зал да йүнәтеләсәк. Косметик ремонт бинаның тышҡы яғына ла ҡағыласаҡ.
Ремонт барышында спектаклдәр Опера һәм балет театрының кесе залында үтәсәк, Рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла.