Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Йәйге ижад миҙгеле дауам итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Йәйге ижад миҙгеле дауам итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры 98-се ижад миҙгелен йомғаҡланы, шулай ҙа Йәйге театр миҙгеле дауам итә.

Спектаклдәр 29 июнгә тиклем дауам итәсәк. Иртәгә, 26 майҙа, Айгөл Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине” (“Муж на час”) лирик комедияһы тәҡдим ителәсәк.

Пьесаның төп геройҙары Диләрә  менән Әсхәт яңғыҙлыҡтан ялҡып, тормоштарын нисек  тә  үҙгәртергә, үҙ парҙарын яңынан табырға өмөтләнгән  40 йәштәрҙәге   ҡатын һәм  ир.  Яҙмыштарын өр - яңынан яҙырға, мөхәббәтле, пар ҡанатлы тормош ҡорорға   тигән хыял ярты секунд та  ташламай уларҙы. Хәйер, уларҙы ғына микән. Аҫҡы ҡатта йәшәгән,   үҙем тоттом, тип көн һайын  берәүҙән алып, унан булмаһа  магазиндан   балыҡ килтереп, Диләрәнең күңелен  күрергә йөрөгән ирмәк ҡарттың да  яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткән. Диләрә менән Әсхәттең  осраҡлы осрашыуы икәүһендә лә  яҡты, йылы хистәр уята. Геройҙар бер – береһенә ғашиҡ булғандарын үҙҙәре  лә һиҙмәй ҡала. Әммә  күршеләр, туғандар һәм дуҫтар   -  силәгенә  күрә  ҡапҡасы – бер ҡатлыраҡ Тәнзилә менән Зөлфәт  ваҡиғаларҙы  рәхәтләнеп   бутай.

Бер көн  ишектә ҡыңғырау. Диләрә асып ебәрһә, Әсхәттең һеңлеһе, худграф студенткаһы  Римма баҫып тора, ваҡиғалар тағы ла   үҙгәрә.

Шулай итеп,  Диләрәнең һәм  уның  әхирәте Тәнзилә йортонда барған көлкөлө  лә, фәһемле лә   ваҡиғалар артынан күҙәтеү  күңелгә ял бирә, тормош  ҡиммәттәре хаҡында   уйландыра.

Ә ваҡиғалар  Диләрәгә  "бер сәғәткә ир” килеүе  менән башланып китә.

Спектакль 18.00 башлана, тамаша 2 сәғәт дауамында бара. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb