Кисә, 28 сентябрь көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 98-се ижад миҙгелен И. Йомағоловтың "Нәркәс"спектакле менән асты. Тамаша башланыр алдынан театр алдынлағы майҙанда күркәм концерт ойошторолдо. Милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, художестволы үҙешмәкәр коллективтар һәм уҡыу йорттарындағы студенттар ҡантнашлығында "Азия ритмдары һәм көйҙәре" Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестиваленең гала-концерты уҙҙы. "Азия ритмдары һәм көйҙәре" Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төркмән диаспоралары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы"ның эш планына ярашлы рәүештә үткәрелгән күркәм сараларҙың береһе.
Ике әһәмиәтле ваҡиғаның бергә тура килеүе юҡҡа түгел. Яңыраҡ ҡына Республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара "Туғанлыҡ" фестивале үткәрелде, Башҡорт театры сәхнәһе төрлө төбәктәрҙән барлыҡ халыҡтарҙы берләштерҙе.
Театр яңы ижад миҙгелен премьера – Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күүҙҙәрен аса» романы буйынса әҙерләнгән өр-яңы спектакле менән асмаҡсы. Шулай уҡ тағы ла бер яңы сәхнә әҫәре – Туфан Миңнуллиндың «Эҙләнем, бәғрем, һине...» пьесаһы буйынса репетициялар бара.
Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев балалар өсөн яңы йыл әкиәте әҙерләй башлаған. Ә инде театр һөйөүсе тамашасыларҙы Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Сара Буранбаева, Рәмзиә Хисамоваларҙың юбилейҙарына арналған иҫ киткес тамашалар көтә.
«Театр+» ижади проекты менән күптәр таныш инде, Сара Буранбаева алып барған был проект быйыл да дауам итәсәк. Алдағы пландарға килгәндә, театр йәнә Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә, Санкт-Петербург ҡалаһына гастролдәргә барырға йыйына. Шулай уҡ киләһе йылдың апрель айында Мәскәү ҡалаһында үтәсәк Бахрушин исемендәге музейҙа күсермә күргәҙмә ойошторолоуы хаҡында ла хәбәр иттеләр.