Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен йомғаҡланы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен йомғаҡланы

18 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен япты. Был көндө коллектив тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте. Йәмле май кисендә 18.00 сәғәттән театр алды майҙанында тамашасыларҙы оркестр ҡаршы алды. Театр асылғандан бирле эшләп килгән оркестр был көндө музыкаль спектаклдәрҙән, популяр фильдарға саундтректар, һуғыш темаһына арналған композициялар һәм театр менән оҙаҡ йылдар ижади хеҙмәттәшлектә йәшәгән Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Бәхти Ғәйсин, Камил Рәхимов, Юлай Үҙәнбаев, Илшат Яхин, Урал Иҙелбаев һ.б. композиторҙар яҙған көйҙәр уйнаны.
Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡалды: 18.00 сәғәттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, артистар – Гөлли Мөбәрәкова, Алмас Әмиров, Римма Ҡаһарманова коллегалары алдында сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.
Ә 19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Миҙгел ябыу тантанаһы Ғаилә йылына арналды һәм был тамашала артистар балалары, ейәндәре менән бергә сәхнәгә сыҡты. Популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Аҙаҡтан уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәре билдәләнде, төрлө цехтарҙың уңған хеҙмәткәрҙәре Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Миҙгел ябылды, әммә театрҙа июнь аҙағына тиклем спектаклдәр дауам итәсәк – Йәйге ижад миҙгеле асыла. Июнь айында “Иң бәхетле төн” спектакленең премьераһы һәм репертуарҙағы популяр сәхнә әҫәрҙәренең береһе - “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклдәренән тыш, йәйге репертуарҙа шулай уҡ балалар өсөн “Mouse story”, “Алтын асҡыс-remake”, “Итекле бесәй” әкиәттәре, өлкәндәр өсөн – “Әбейүшкә@тущка.ру”, “Ул бит кисә ине”, “Мин һинең ҡәйнәң булам”, “Хыялый”, “Баллы, тирәкле Балтирәк” комедиялары һәм “Бәхет хаҡы”һәм “Эҙләнем, бәғрем, һине” мелодрамалары бар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb