Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәргә йыйына
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 08 февраль 2016
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәргә йыйына
Февраль айы Башҡорт дәүләт акдемия драма театры өсөн республикабыҙ ҡала һәм ауылдары буйлап уҙғарылған ҡышҡы гатролдәре менән үҙенсәлекле. 10 февраль көнө Стәрлетамаҡ концерт – театр берләшмәһендә «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Иргалин, режиссеры -О.Ханов, төп ролдә - Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров) драмаһы күрһәтеләсәк. 11 февраль 10.00 сәғәттә Салауат Башҡорт дәүләт драма театрына килгән кескәй тамашасыларҙы А.Толстой әҫәре буйынса «Алтын асҡыс» (Буратино) әкиәте көтә. Ә кисен өлкәндәргә театрҙың өр-яңы спектакле - Мөҙәрис Бағаев пьесаһы буйынса тулҡынландырғыс, ваҡиғаларға бай «Ике төш» драмаһы тәҡдим ителә. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова билдәләүенсә, әҫәрҙең сюжет һыҙығы бик оригиналь, ваҡиғаларҙы героиня төш итеп күрә һәм был күренеш уға артабан йәшәргә, юғалтыуҙарҙы күтәрә алыуға көс бирә». Февралдең икенсе яртыһында театр «Әбейүшкә@тущка.ru” (Р.Кинйәбаев, реж. И.Муллабаев) заманса комедияһы менән гастролгә сығасаҡ. 25 февралдә был комедия Баймаҡ ҡалаһында уйналһа, 26 февраль - А.Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә үтә. Спектакль сиктәрендә төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитов яратҡан тамашасылары менән үҙҙәренең юбилейын да билдәләй. 27 февралдә инде «Әбейүшкә@тущка.ru” комедияһын Күгәрсен яҡтарында – Мораҡ ҡасабаһында көтәләр.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө