Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап акция ойоштора

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  Ватанды һаҡлаусылар  көнөнә арнап акция ойоштора

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  22 февраль Ватанды һаҡлаусылар  көнөнә арнап акция ойоштора. Мөҙәрис Бағаевтың “ИКЕ ТӨШ” спектакленә барлыҡ урындарға ла билет хаҡы  ни бары 100 һум тора.

«Ике төш» пьесаһы — Бөйөк Ватан һуғышы емергән яҙмыштар, йәшәү һәм мәңгелек хаҡында. Гөлли Мөбәрәкова билдәләүенсә: «Пьесала ҡыҙыҡлы һүрәтләү ысулы табылған — героиня ваҡиғаларҙы төштәге кеүек күрә. Һәм был уға артабан йәшәргә… уның өлөшөнә төшкән ауыр юғалтыуҙар хәлендә үҙен һаҡларға көс бирә».

«Бормаланып аға Ашҡаҙарҡай,
Саф көмөштәй уның һыуҡайы.
Ниңә яҙмыш шулай әсе икән -
Башҡынама һыймай уйҡайым»,-

 йөрәк әрнеүҙәрен әлеге бер йыры менән баҫҡан Миңзифа инәйгә ғүмере буйы ике төшө тынғы бирмәй. «Инде нисәмә йыл шуны тыңлап, нисәмә йыл күҙҙәрем йәшкә мансыла бит. Инде нисәмә йыл башҡа бер нәмә лә күрмәй, шул ике төшөң менән генә йәшәйһең, бахырҡай. Йә, башла һуң... »,- ти, әбейҙең хәлен белешергә ингән килене Гөлшат.

Спектаклдең режиссеры – Олег Ханов, ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, композиторы – Илшат Яхин, балетмейстеры – Сулпан Асҡарова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb