Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында сығыш яһаясаҡ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында сығыш яһаясаҡ

2023 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Ҙур гастролдәр» Бөтә Рәсәй гастролдәр-концерт планы программаһында ҡатнашыусыларҙың исемлеге билдәле булды. Был исемлеккә Рәсәйҙән йәмғеһе 98 театр ингән, улар араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ла бар.

«Ҙур гастролдәр» программаһының төбәк-ара йүнәлеше 2017 йылда асылды. Был - Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың билдәле театрҙары, шулай уҡ илебеҙҙең аҙ билдәле театрҙары ҡатнашҡан ҙур проекттарҙың береһе. Программа театр коллективтарына күрше генә түгел, ә алыҫ төбәктәргә, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Пермь, Екатеринбург һәм Ярославль кеүек бай театр тарихы булған мәҙәни үҙәктәргә гастролдәргә сығып, сәхнә тәжрибәһен камиллаштырыу мөмкинлегн бирә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, был федераль программала ҡатнашыу - һәр театр өсөн ҙур уңыш.

– «Ҙур гастролдәр»ҙә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ. 2021 йылда был программа ярҙамында Ҡырым Республикаһының Ҡырым-татар музыкаль театры менән алмаш гастролдәр ойошторолдо. Быйыл башҡорт театр сәнғәте менән Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы тамашасылары танышасаҡ - сентябрҙә беҙ Нальчик ҡалаһының Максим Горький исемендәге Рус драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡбыҙ. Ошо йылдың апрелендә иһә театр коллективын үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, - тине Иршат Ишбулат улы. - Бындай гастролдәр, ғәҙәттә, өс-дүрт көн дауамында бара”.

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡушыуы буйынса «РОСКОНЦЕРТ» федераль музыкаль һәм фестиваль программалар дирекцияһы «Оло гастролдәр» проектының ойоштороусы булып тора.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында сығыш яһаясаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb