Кисә Татарстан Республикаһы халҡын, Ҡазан тамашасыһын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин) спектакле менән сәләмләне. Бер аҙналыҡ гастролдәр театр репертуарының иң сағыу спектаклдәренән төҙөлгән.
Өфө ҡунаҡтарын Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев сәләмләне. Фәрит Рәфҡәт улы ҙур яңылыҡ менән бүлеште. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры һәм күренекле башҡорт әҙибе Мостай Кәримдең йөҙ йыллығы уңайынан “Науруз” театр фестиваленең башҡорт театрына бағышланасағы тураһында ҡарар ҡабул ителеүен әйтте.
Тарихи «Ҡаһым түрә» спектакле патриотизм хисе менән һуғарылған. Ҡаһым түрәнең (Ҡаһым Мырҙашев) күп яҡлы һәм ҡатмарлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышында (Ҡаһым түрә һәр береһендә 500 яугир иҫәпләнгән 28 полктың береһен етәкләй) тотҡан урыны, үлемһеҙ батырлығы башҡорт халҡын ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай. Тарихи документтарҙа Ҡаһым полкы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Кем ҡулынан һәләк булған батыр? Тыуған илдән алыҫта, сит ерҙәрҙә уға яугир-юлбашсы бурысын үтәргә ниндәй илаһи көс ҡөҙрәт биргән? Ни өсөн башҡорт халыҡ йыры «Ҡаһым түрә» әлеге көндә лә популяр? Ваҡиғалар барған осор ғәйәт ҡатмарлы дәүер. Ошондай ҡәтғи шарттарҙа башҡорт яугирҙарын тыуған илгә намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә ниндәй инаныуҙар саҡырған? Баязит Бикбайҙың тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашев хаҡындағы әҫәренә заманса яңғыраш биргән драматург – Хәмит Ирғәлин пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль геройҙары ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуап эҙләй һәм таба.
Ҡаһым түрә ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров, ҡуйыусы режиссер – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисты Олег Ханов, рәссам - “Алтын битлек” театраль премия лауреаты Альберт Нестеров, композитор – Урал Иҙелбаев.
Башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре балалар өсөн ҡуйылған “Итекле бесәй” (Ш.Перро, В.Ганзенко) спектакле һәм кис “Ул бит кисә ине” (автор – Айгөл Әхмәтғәлиева, режиссер - Айрат Әбүшахманов) лирик комедияһы менән дауам итә.
Гастролдәр 16 апрель көнө сәхнәләштерелгән тамаша менән тамамлана.
Гүзәл Багаева