Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының сайтында билеттарҙы online-һатып алырға мөмкин

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының сайтында билеттарҙы online-һатып алырға мөмкин

Хөрмәтле тамашасылар! Һөйөнөслө хәбәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сайтында билеттарҙы online-һатыу асылды!
Хәҙер һеҙгә билет алыр өсөн театр кассаһына килеп тә йөрөмәҫкә була. Үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта театрҙың сайтына http://bash.bashdram.ru/repertoire "Репертуар" рубрикаһына инеп, оҡшаған спектаклегеҙҙе һайларға, теләгән урындарҙы билдәләргә һәм банк карточкаһы менән һатыуҙы түләргә генә ҡала. Бөгөн һеҙҙе 2 декабрь көнө, йома, А.Әхмәтғәлиева “УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ” лирик комедияһын , 3 декабрь, шәмбе Т. Миңнуллин “МУЛЛА”, драматик хикәйәһен һәм 4 декабрь, йәкшәмбе М.Ғафури “ҠАРА ЙӨҘҘӘР”драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ! 97-се ижад миҙгелен бергә үткәрәйек, дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb