Мәжит Ғафуриға арналған флешмоб иғлан ителде

Мәжит Ғафуриға арналған флешмоб иғлан ителде

Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы “Шағирҙар шағирҙы уҡый” исемле флешмоб иғлан ителә. Ойоштороусылары – БР яҙыусылар союзы, Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Еҙем-Ҡаран ауылындағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы һәм Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды.

Ҡатнашыусыларға шағирҙың йә уға бағышланған үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡырға тәҡдим ителә. Видеояҙмаларҙы “Бәйләнештә” селтәрендәге Мәжит Ғафури, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Мәжит Ғафури музейы, Башҡортостан әҙәбиәте төркөмдәре сәхифәләренә ҡуйырға кәрәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb