Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Абдулхаҡ Игебаевтың 90 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Абдулхаҡ Игебаевтың 90 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Ошо көндәрҙә БР милли әҙәбиәт музейы филиалдарының береһендә - Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Күк Ирәндек йырсыһы» исемле күргәҙмә асылды. Ул башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, БР халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Абудлхаҡ Игебаевтың 90 йыллығына арнала. Күргәҙмәне асыу менән бер рәттән шағирҙың хәтер кисәһе лә ойошторолдо. Сарала БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты. Хәтер кисәһенә шағирҙың тормош иптәше Мәғиҙә Сибәғәт ҡыҙы һәм ҡыҙы Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы, билдәле яҙыусылар, сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре килгәйне.

Ҡунаҡтар Абдулхаҡ Игебаев тураһында хәтирәләре менән бүлеште, күргәҙмәлә урын алған шағирҙың фотолары, китаптары, хаттары һәм башҡа шәхси әйберҙәре менән танышты.

Күргәҙмә 16 октябргә тиклем эшләйәсәк.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Абдулхаҡ Игебаевтың 90 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb