Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Бөтә Рәсәй мәҙәни акция - "Сәнғәт төнө" үтте

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Бөтә Рәсәй мәҙәни акция - "Сәнғәт төнө" үтте

Күптән түгел Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында БР-ҙың Милли әҙәбиәт музейы һәм уның филиалдары ҡатнашлығында ойошторолған Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы - "Сәнғәт төнө" үтте.

 Был сара, РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары ҡарарҙарына ярашлы, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылына һәм Октябрь революцияһының 100 йыллығына арналды. 
"Сәнғәт төнө" тип аталған был киң масштаблы мәҙәни акцияның программаһы ла тап ошо билдәле сараларҙы һәм музей эшмәкәрлеге йүнәлешен күҙ уңында тотоп төҙөлдө. Әйтәйек, "Октябрь революцияһы темаһы Мәжит Ғафури ижадында" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә музей хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры тураһында төрлө темаға әңгәмә ҡорҙо, уның шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Ә билдәле прозаик, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Яҡшыбаева үҙенең ике киҫәктән торған "Зәйнулла ишан" тип аталған тарихи-биографик романында шағирҙың Троицк мәҙрәсәһендә уҡыу йылдары һәм әҫәрҙә шәкерт Мәжит образының нисегерәк сағылдырылыуы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе.
Артабан БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, министрлыҡтың социаль-мәҙәни эшмәкәрлеге буйынса баш белгесе Ә.И. Әхмәтйәнова, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Г.С. Моратова һәм спонсор булараҡ сығыш яһаған "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми учреждениеһының директор урынбаҫары Ф.Б. Саламатов йыл буйы дауам иткән "Минең музейым" республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләп үтте. Шуныһы ҡыуаныслы: М.Ғафури мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре был конкурсҡа тәҡдим иткән "М.Ғафури йорт-музейының сувенир продукцияһы" проекты "Музей дизайны" номинацияһында 1 дәрәжә диплом менән билдәләнһә, "Күңел экологияһы" тигән әҙәби-музыкаль кисә Экология йылына арнап үткәрелгән саралар номинацияһында спонсорҙар тарафынан әҙерләнгән махсус призға лайыҡ булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb