Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Дуҫ булайыҡ” китабының исем туйы үткәрелә

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Дуҫ булайыҡ” китабының исем туйы үткәрелә

18 декабрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның рус һәм башҡорт телдәрендә ошо көндәрҙә генә донъя күргән “Дуҫ булайыҡ” китабының исем туйы үткәрелә.

Сарала билдәле ҡәләм оҫталары - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, әҙибәнең улы - химия фәндәре докторы, профессор Тельман Әминев, журналистар һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнаша. “Китап” нәшриәте күргәҙмә-һатыу ойоштора. Сара 15.00 сәғәттә башлана. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb