Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле башҡорт шағиры Ирек Кинйәбулатовты иҫкә аласаҡтар

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында  күренекле башҡорт шағиры Ирек Кинйәбулатовты иҫкә аласаҡтар

13 июлдә Башҡортостан Республикаһының  Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында  күренекле башҡорт шағиры Ирек Кинйәбулатовты иҫкә алыу сараһы уҙасаҡ.

Ирек Кинйәбулатов- журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты.
Кисәлә, шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, Зәйнәб Биишева исемендәге ,, Китап "нәшриәтендә ошо көндәрҙә генә баҫылып сыҡҡан" И. Кинйәбулатовтың "Бер йәшәргә тыуҙым" китабының исем туйын уҙғарыу ҙа ҡаралған.
Сараға рәхим итегеҙ! Башлана 11.00.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb