Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында "Пластилиндан эшләнгән уйын моделдәре” тигән күргәҙмә асылды

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында "Пластилиндан эшләнгән уйын моделдәре” тигән күргәҙмә асылды

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында һәүәҫкәр рәссам Игорь Ивановтың "Пластилиндан эшләнгән уйын моделдәре” тигән күргәҙмә асылды. Унда авторҙың үҙе тарафынан уйлап табылған технология буйынса эшләнгән 1000-дән артыҡ төрлө фигуралар ҡуйылған.

Пластилиндан эшләнгән был фигуралар һынмай ҙа, боҙолмай ҙа, уларҙы шулай уҡ өҙөп алып та булмай. Бындай фигуралар һығылмалы һәм “тере” һымаҡ килеп сыға. Уларҙы нисек эшләү хаҡында күргәҙмә менән танышыу барышында мәғлүмәт бирелә. 

Күргәҙмә менән танышырға килеүселәр иғтибарына “Бородино алышы ”, “Чуд күлендәге алыш” тигән киң масштаблы тарихи диорамалар менән бергә, билдәле әкиәттәрҙең персонаждары, принцессалар, пираттар һ.б. хаҡындағы экспозициялар тәҡдим ителә. 

Алдан яҙылып, төркөм менән килеүселәргә бушлай оҫталыҡ дәрестәре (мастер-класс) үткәрелә. 
89174370704 телефоны буйынса заявкалар ҡабул ителә. Күргәҙмә 11 майға тиклем эшләйәсәк. Инеү хаҡы 100 һум.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb