Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Сәнғәт төнө» үтте

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Сәнғәт төнө» үтте

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә ойошторолған «Сәнғәт төнө» үтте. Билдәле булыуынса, быйыл был традицион акция Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән «Ғаилә йылы»на арналған ине.

Сарала БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев ҡатнашты, «Минең музейым» республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләне һәм уларға спонсорҙар тарафынан әҙерләнгән бүләктәр тапшырҙы.

Музейҙа үткән «Сәнғәт төнө»нөң программаһы, ошоға ярашлы рәүештә төҙөлөп, унда сәнғәттең төрлө тармаҡтарына иғтибар йүнәлтелде. Әйтәйек, һынлы сәнғәтте үҙ итеүселәргә йәш рәссам Юрий Черняктың картиналарынан күргәҙмә тәҡдим ителде. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға хәҙерге башҡорт һүҙ сәнғәтенең иң күренекле маһирҙарының береһе – билдәле прозаик, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова үҙенең ижадында сәнғәт темаһы, сәнғәт кешеләре образы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

 Йыр сәнғәте вәкилдәре Химма Йәнбирҙина менән Зөһрә Вәлиевалар иһә үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итте. Инна Шәрипова етәкселегендәге вокал сәнғәте студияһы ағзаларының сығыштары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә-һатыу ойошторҙо.
Сара башҡорт режиссерҙарының ғаилә ҡиммәттәренә арналған фильмдарын ҡарау менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb