Быйылғы йыл Рәсәйҙә “Ғаилә йылы”, ә Башҡортостанда “Йәштәр йылы” тип иғлан ителде. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы БР Милли әҙәбиәт музейы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Ижадсылар ғаиләһе” тигән проектты башлап ебәрҙе. Уның маҡсаты - йыл һуҙымында Башҡортостанда билдәле булған әҙәби тандемдарҙы халыҡҡа күрһәтеү, танытыу, популярлаштырыу. Йыр-моң, нәфис һүҙ, шиғыр юлдары, ҡурай һәм гармун моңдары менән үрелеп барған әҙәби-музыкаль кисәбеҙҙең тәүге ҡатнашыусылары итеп Зөһрә һәм Тимур Рәхмәтуллин, Таңсулпан һәм Айҙар Байтимеровтарҙың илһамлы ғаиләләре саҡырылды. Сарала улар үҙҙәренең Ихтияр менән Ҡаһарман һәм Бәхтиәр менән Әмирхан исемле улдары менән ҡатнашты.