Башҡортостанда почта әйләнешенә Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейына арналған яңыртылған махсус штемпель индерелде. Ул Рәсәй Почтаһының Башҡортостан филиалы башланғысы буйынса сығарылды һәм йорт-музейҙың 70 йыллығына арналды.
Келәймәлә Советтар осоронда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы һуңғы 11 йыл йәшәгән һәм хәҙер унда музей, шулай уҡ «Мәжит Ғафури йорт-музейы» тигән яҙма урынлашҡан йорт һыны төшөрөлгән.
Иҫтәлекле тамғалау музейҙа үтте. Унда Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, ғилми, мәҙәни аң-белем таратыу һәм мәғариф учреждениелары, Рәсәй Почтаһы һәм төбәк филателистар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Махсус келәймә конверттарға һәм почта карталарына ҡуйылды.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандағы дүрт музейҙың үҙ почта штемпеле бар. Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейынан тыш, ул иһә С.Т. Аксаков мемориаль йорт-музейы, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы һәм Почта музейы. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирының исемен йөрөткән урамда 450076 почта бүлексәһе яңыртылған махсус келәймәнең даими теркәлеү адресы булып тора.