Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында "Һыу - йәшәү сығанағы" тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте

Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында "Һыу - йәшәү сығанағы" тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте

22 март көнө Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында "Һыу - йәшәү сығанағы" тип исемләнгән бик үҙенсәлекле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.

Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология йылына һәм 22 март - Бөтә донъя һыу көнөнә арналғайны.

Тормошобоҙ нигеҙен тәшкил итеүсе һыу фәнни, дини, иҡтисади, әҙәби йәһәттәрҙән ниндәй әһәмиәткә эйә? Сараны ойоштороусыһы филология фәндәре кандидаты, музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова  ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп әҙәби –музыкаль кисәне алып барҙы.

Әҙәби-музыкаль кисәлә  әҙиптәр Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Искәндәриә, Фәрзәнә Аҡбулатова, ғалимәләр Гүзәл Вилданова, Фәнирә Ғайсина ҡатнашты. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары  һыу серҙәрен өйрәнде, фекерләште, әҙәби әҫәрҙәр уҡыны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb