Мәҙәниәт хеҙмәткәренә матди ярҙам күрһәтеләсәк

Мәҙәниәт хеҙмәткәренә матди ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостанда ил төбәктәренән тәүгеләрҙән булып «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ул ауылдарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота.

Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум күләмендә аҡса йүнәлтелгән. Был мөмкинлек менән файҙаланыусылар Ишембай районында ла бар, уларҙың береһе тураһында киләһе яҙмала.

Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортона килеп инеү менән халыҡтың ихлас, талантлы һәм егәрле булыуына хайран ҡалырлыҡ. Урында йәшәүселәр сағыу сығыштары менән йыр-моңға маһир икәнлеген иҫабатлай.

Мәҙәниәт усағында «Әхирәттәр» фольклор түңәрәге, «Ынйыҡайҙар» хореография коллективы, «Умырзая» ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле, «Уйна гармун» һәм башҡа төрлө ижади түңрәктәр уңышлы эшләп килә. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Мөғлифә Мирхәйҙәрова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй.

Ауылда дәртле һәм талантлы халыҡ боронғо йолаларға тоғро ҡалыу, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эш башҡара. Ринат Исхаҡов тал сыбыҡтарынан оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Оҫта ҡулдың ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы бәләкәйҙән килә. Ул күҙҙең яуын алырҙай, төрлө кәрзиндәр, көндәлек тормошта кәрәкле һауыт-һабалар яһай. Юғала барған кәсепте ул күптән түгел балаларға ла өйрәтә башлай.

Халыҡтың күңелен күтәреп, төрлө мәҙәни саралар үткәреп торған клуб мөдире ең һыҙғанып эшләгәндә, ауылда йәшәүселәргә күңелһеҙләнергә урын ҡалмай. Был йәһәттән Түбәнге Әрмет ауылы халҡы ғорурлана ала: мәҙәниәт етәксеһе булып йәш белгес Илүзә Хәлитова эшләй. 4 йылдан ашыу ул мәҙәниәт усағын етәкләй. Былтыр «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ла алған.

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы республикала былтыр ғәмәлгә ашырыла башланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 49 район-ҡалала эшләгән алтмыш йәш хеҙмәткәр дәүләттән матди ярҙам алыуға ирешкән. Сертификат торлаҡ, йәки ер участкаһын һатып алыуға, йәғни йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb