Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырылды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырылды

27 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана “Арт-КВАДРАТ” ижади киңлек майҙансығында булды.

«Мәҙәниәт – тормош нигеҙе. Ул беҙҙән кеше яһай, көс бирә, берләштерә һәм рухыбыҙҙы нығыта. Уҡыған китаптар, ҡараған спектаклдәр һәм фильмдар беҙгә ауыр булған ҡурсаланыу режимын еңелерәк үтеү мөмкинлеге бирҙе. Беҙ изге күңеллерәк, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булдыҡ.  

Беҙҙең бурыс – милли мәҙәниәтте тормошобоҙҙоң мөһим һәм кәрәкле өлөшө итеү. Мәҫәлән, башҡорт костюмы. Ул яйлап ҡына беҙҙең эшлекле, көндәлек тормошҡа инә. Сараларҙа милли элементы булған кейемле кешеләрҙе күрһәм, шатланам. Беҙгә милли мәҙәниәтебеҙҙе заманлаштырырға, алға этәрергә кәрәк», – тине төбәк етәксеһе.

Аҙаҡ Радий Хәбиров алдынғы сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы. Салауат Юлаев ордены Стәрлетамаҡ артисы Альберт Шаһиевҡа, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Лариса Әхмәтова һәм Артур Ҡәйепҡолов, Милли йәштәр театры актеры Венер Камалов, Рус академия драма театры артисы Тимур Ғарипов, Башҡорт дәүләт филармонияһының Эстрада-джаз оркестры етәксеһе Олег Ҡасимов; «БР атҡаҙанған рәссамы» – Рәмил Латыпов һәм Алексей Петриков; «БР атҡаҙанған артисы» дәрәжәһе – Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Заһир Иҫәнсурин һәм Илнур Хәйруллин, Стәрлетамаҡ актеры Рафиҡ Хәсәнов, «Нур» татар театры артисы Рида Фәхрисламова, Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле ҡыҙҙары Миләүшә Хәйбуллина һәм Екатерина Запонова, «Премьер» вокал төркөмө солистары Айгиз Ханов, Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев; «БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» - БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов.

Сараны тамамлап, республика артабан да мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү һәм яңыртыу эшен дауам итәсәк, тине етәксе.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырылды
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырылды
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb