“Мәҙәниәт” милли проекты Баймаҡ районы оҫталарын халыҡ ижады үҙәген булдырыуға илһамландырған

“Мәҙәниәт” милли проекты Баймаҡ районы оҫталарын халыҡ ижады үҙәген булдырыуға илһамландырған

Баймаҡ районының 1-се Төрөкмән ауылында йәшәүсе Рәғиҙә Әхмәтшина яҡташтары араһында башҡорт милли кейеме оҫтаһы булараҡ билдәле. Традицион кейем менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтарын үҙ эргәһенә туплап,  “Ихлас” ойошмаһын булдырған.

- Беҙҙең ауыл клубында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ҙур ремонт бара. Район етәкселеге бинаның икенсе ҡатында “Ихлас” ойошиаһы өсөн бүлмә бирергә вәғәҙә итте. Был беҙгә эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә, атап әйткәндә, күрше ауылдарҙы ла халыҡ кәсептәрен һаҡлау эшенә йәлеп итергә һәм халыҡ ижады үҙәген булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - ти Рәғиҙә Әхмәтшина.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында халыҡ ижады үҙәген булдырыу идеяһын хупланы һәм «Ихлас» йәмғиәтенә теген машиналары һатып алыуҙа ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Ошо көндәрҙә оҫтабикәләр һигеҙ өр-яңы теген машинаһын алып һөйөндө.

- Араларында ике бәләкәй теген машинаһы бар, шуға балаларҙы ла милли кейем тегеү эшенә өйрәтергә тип ниәтләйбеҙ,- ти Рәғиҙә Әхмәтшина.

“Мәҙәниәт” милли проекты Баймаҡ районы оҫталарын халыҡ ижады үҙәген булдырыуға илһамландырған
“Мәҙәниәт” милли проекты Баймаҡ районы оҫталарын халыҡ ижады үҙәген булдырыуға илһамландырған

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb