«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә автоклуб тапшырылды

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә автоклуб тапшырылды

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә автоклуб тапшырылды.

Баймаҡ районында 92 ауыл, уларҙың 55-ендә мәҙәниәт усаҡтары эшләй. Иң төпкөл ауыл район үҙәгенән  85 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Күсмә автобус клуб булмаған ауылдарҙа концерттар ойошторорға мөмкинлек бирә. Яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған, сәхнәһе булған автоклуб файҙаланыуға тапшырылыу менән, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл эшсәндәрен йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыу - милли проекттың төп бурыстарының береһе. Күсмә мәҙәниәт үҙәктәре ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb