«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә мәктәптәр музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә мәктәптәр музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә

«Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә балалар музыка мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыу  дауам итә. Яңыраҡ Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә өр-яңы рояль һәм Kawai (Япония) пианиноһы алынды.

Был мәктәптә 350-нән ашыу бала шөғөлләнә. Улар араһында республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, БР башлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте стипендиаттары бар. Бында балаларҙы сәнғәт йүнәлеше буйынса махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙы дауам итеү маҡсатында профессиональ программалар буйынса уҡыталар.

Милли проектың «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә 9-сы музыка мәктәбенә быйыл шулай уҡ яңы скрипкалар, баян, аккордеон, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары (ҡыл-ҡубыҙ, думбыра, ҡурай) һәм уҡытыу материалдары алынды.

Тиҙҙән яңы уҡыу йылында уҡыусылар яңы ҡоралдарҙы ҡуллана аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb