Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Йомабикә Ильясованы юбилейы менән ҡотланы

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Йомабикә Ильясованы юбилейы менән ҡотланы

Хөрмәтле Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы!

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйем!

Ихлас, тәрән һәм дә моңло ижадығыҙ менән әҙәбиәтебеҙҙә сағыу урын биләйһегеҙ. Һеҙ ижад иткән шиғырҙар һәр бер күңелдә яҡты тойғолар уята. Йөрәк һәм күңел йылыһы һалынған шиғри йыйынтыҡтарығыҙ уҡыусылар тарафынан ихлас ҡабул ителә.

Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйем! 

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡова

 

 Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова — Башҡортостандың дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм шағир. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013 йылдар) һәм бишенсе саҡырылыш (2013 йылдан) Дәүләт Йыйылышы— Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан— Дәүләт Йыйылышы— Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, СССР Журналистар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (1995) ағзаһы, 1999—2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова 1957 йылдың 25 октябрендә Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған. 1974 йылда Өфөләге 1-се һанлы мәктәп-интернатҡа уҡырға килә. Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.

1979—1991 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» республика балалар гәзитендә хәбәрсе, аҙаҡтан редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була.

1991 йылда етерлек тәжрибә туплаған журналист башҡорт телендә яңы сыға башлаған «Йәшлек» кә, баҫманың әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире итеп саҡырыла, һуңынан гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһына үрләтелә.

1994—1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.

1996 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» республика ҡатын-ҡыҙҙары журналына яуаплы сәркәтип итеп саҡырыла. 1999 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2013 йылға тиклем эшләй.

Республиканың гәзит һәм журналдарында күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн Йомабикә Ильясоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

2013 йылда икенсе саҡырылыш рәттән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған Йомабикә Ильясова беренсе ултырышта Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәҡдим ителә һәм ошо яуаплы эшкә бер тауыштан һайланып ҡуйыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb