Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Китап байрам»ының төп саралары хаҡында һөйләне

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Китап байрам»ының төп саралары хаҡында һөйләне

Өфөлә уҙасаҡ төп мәҙәни ваҡиғаларға – «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһе (30 май - 1 июнь) менән «Әйҙә, уйнарға!» II Бәтә Рәсәй уйын һәм уйынсыҡтар фестиваленә (5-8 июнь) арналған матбуғат конференцияһы үтте. Өфөнөң Совет майҙанында уҙасаҡ ике фестиваль дә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторола.

Матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан ойоштороусылар араһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла булды. Ул «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһенең мөһим саралары менән таныштырҙы.

Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, йәрминкәлә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм дүрт илдән 270-тән ашыу нәшриәт һәм китап магазинының килеүе көтөлә.

«Быйыл китап индустрияһын үҫтереү менән шөғөлләнгән бөтә төп ойошмалар Өфөлә йыйыласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мәҙәниәт министры. – Беҙ илдең иң күп китап уҡыусы төбәге һәм әҙәби флагманы статусын алдыҡ. Был ваҡиға Рәсәй китап союзының идара ултырышын «Китап байрамы»нда уҙғарыуға сәбәп булды, унда китап уҡыу мәҙәниәтен, китап индустрияһын үҫтереү һәм һаҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Владимир Мединский Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашасаҡ, ә илдең алдынғы китапханалары Рәсәй Китапхана ассоциацияһы етәкселегендә кәңәшмәгә йыйыла. Китап нәшриәтселәре ассоциацияһы ла йәрминкә барышында милли әҙәбиәттәр конкурсын үткәрергә тәҡдим итте. Китап һатыу буйынса түңәрәк өҫтәл дә үтәсәк».

«Китап байрамы»ның өс көнө лә айырым темаға арнала.

30 май – йәрминкәнең беренсе көнө «Батырлыҡ тураһында һүҙ» тип атала һәм Еңеүҙең 80 йыллығы менән Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала. Программа тематик осрашыуҙарҙы һәм Рәсәй Армияһы Театрының киске спектаклен үҙ эсенә ала.

31 майҙың программаһы – «Мәңгелек тураһында һүҙ» – иғтибарҙы классик һәм академик әҙәбиәткә йүнәлтәсәк. Кискеһен Рәсәйҙең халыҡ артистары Екатерина Рождественская, Ильза Лиепа һәм Александра Захарова ҡатнашлығында «Династия» спектакле көтөлә.

1 июндең программаһы «Киләсәк тураһында һүҙ» тип атала һәм балаларға арналған. Балалар яҙыусылары Александр Усачев һәм Валентин Постников менән осрашыуҙар уҙасаҡ. Йәрминкәнең йомғаҡлау көнөндә Балалар йыйылма хоры «Мәңгелек юлдар» программаһын тәҡдим итә, унда 600-ләп бала йырлай.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Китап байрам»ының төп саралары хаҡында һөйләне
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Китап байрам»ының төп саралары хаҡында һөйләне

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb