Нефтекама дәүләт филармонияһы 20 йыл дауамында төньяҡ-көнбайыш райондар тамашасыһының рухиәтен байыта.
Байрам сараһында Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты һәм күркәм юбилей айҡанлы ихлас ҡотлау теләктерән еткерҙе.
Бөгөнгө көндә сәнғәт һөйөүселәр айырыуса Нефтекама дәүләт филармонияһының йондоҙҙарын: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Рифҡәт Ғәбделйәнов, йырсы Раян Алтыншин, маһир ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин ҡатнашлығындағы концерттарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов етәкләгән “Түңгәүер” бейеү ансамбле үҙенең сағыу сығыштары менән күптән инде халыҡ һөйөүен яуланы. Ул – Нефтекаманың ғына түгел, ә бөтөн республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы. Төбәктәге мәҙәни саралар “Түңгәүер”һеҙ уҙмай. Ансамбль йыш ҡына ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы райондарында, Пермь крайында, Киров, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында көн күреүсе яҡташтарыбыҙ һәм милләттәштәребеҙҙе йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыра.
2009 йылда “Түңгәүер” бейеү ансамбле Төркиәлә уҙған башҡорт һабантуйында ҡатнашып, тамашасыларҙың ихлас алҡышын яуланы.
Бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһында алты ижади төркөм эшләй. “Ҡәрҙәштәр” башҡорт (етәксеһе — республика йыр бәйгеләре лауреаты Раян Алтыншин), “Ҡайтауаз” татар (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов), мари (“Чолман йук” төбәк-ара йыр бәйгеләре лауреаты, гран-при эйәһе Раисия Иҫәнбаева) төркөмдәре, цирк бригадаһы (етәксеһе Халитова Нурания), әҙәби-музыкаль лекторий (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рита Ҡарасурина) яңынан-яңы ижади үрҙәр яулай.