Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Башлығы гранттары бүленде

Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Башлығы гранттары бүленде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2019 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттары бүленде, 10 проект 150 меңәр һум алды.

Еңеүселәр иҫәбендә — Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралары; Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың Үҫмерҙәр уҡыу үҙәгендә «Музыка донъяһына инәбеҙ» әҙәби-музыкаль альянсы; «Григорий Сергеевич Аксаков — беренсе Өфө губернаторы: С.Т. Аксаков мемориаль йорт-музейының яңы экспозицияһы» проекты.

Башҡорт дәүләт филармонияһы «Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт ирекмәндәре» республика интернет-порталын булдыра.

Республика грантына күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе, Ҡара табын ырыуы башҡорттары шәжәрәһен төҙөгән Ғәли Соҡоройҙоң тормошо хаҡында китап нәшер ителә. Исем туйы табындарҙың «Табын-Фест» төбәк-ара фестивале барышында уҙа.

Бөтә донъя балалар көнөнә арналған һәм башҡорт йәнһүрәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән «BashMult» республика фестиваль-конкурсы ла грант аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Проекттарҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған. Салауат дәүләт башҡорт драма театры ҡарамағындағы «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре уның әҫәрҙәре буйынса әҙәби спектакль сәхнәләшт

Насар күргән һәм һуҡыр кешеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар өсөн «Тарихҡа ҡағыл» адаптив күргәҙмәһе, шулай уҡ «Ҡаршылыҡһыҙ маршрут» проекты ойошторола: һуҡырҙарҙы сенсорлы телефон менән ҡулланырға өйрәтеү һәм Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт объекттарына GPS-навигация күнекмәләре.

Грантҡа лайыҡ булған тағы бер проект — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеге асылыуға 45 йыл тулыу уңайынан һынлы сәнғәт факультеты студенттары һәм уҡытыусылары эштәре күргәҙмәһен ойоштороу, каталог сығарыу.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb