Мәҙәниәт өлкәһендә Республика Башлығы грантына эйә булыусы проекттар исемлеге билдәле

Мәҙәниәт өлкәһендә Республика Башлығы грантына эйә булыусы проекттар исемлеге билдәле

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендә Республика Башлығы грантына эйә булған проекттар исемлеге билдәле булды.

Исемлектә 16 ижади коллектив:  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Рус дуэты – опера һәм балет” проекты.

 “Урал батыр” нәфис фильмы өсөн “Ватан” телекомпанияһы 13 миллион ярым һумлыҡ грант аласаҡ. Милли симфоник оркестр, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале, башҡорт милли музыка ҡоралдарын тергеҙеү проекты, Башҡортостан Милли музыка ҡоралдары оркестры, район һәм ҡалаларҙа фольклор барамдары ойоштороу, “АРТ-Өфө” сәнғәт форумы 9 миллионлыҡ гранттарға эйә булды.

 Шулай уҡ “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале, Нариман Сабитов исемендәге халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсын уҙғарыу өсөн 4 миллион ярым һум бүленгән.  Гранттар алыусылар исемлегендә шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография коллежды, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм башҡа ижади коллективтар бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb