Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың 80 йәшенә арнала...
Мөбәрәковтар... Икенсе быуат инде был фамилия күңелдәрҙә юғары кисерештәр һәм һоҡланыу уята: Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Гөлли Мөбәрәкова. Уларҙың сәхнә яҙмыштары бер - береһенеке менән бәйле һәм Башҡорт театр йылъяҙмаһының иң сағыу биттәрен тәшкил итә. Мөбәрәковтар – башҡарыу сәнғәтен бар юғарылығында киләһе быуындарға изге аманат итеп еткерә алыуҙағы бөйөк осраҡ. Бөгөнгө Күргәҙмә башҡорт театр сәнғәтенең «алтын фонд»ын һәм әҙәбиәтен баһалап бөткөһөҙ рухи хазина менән тулыландырған ошо ғаилә хаҡында. Берлектә уларҙың бөтә тормошо тыуған илгә, халыҡҡа, сәнғәткә фиҙаҡәр хеҙмәттең юғарғы өлгөһө. Мөбәрәковтар – милләттебеҙҙең ғорурлығы, тере хәтере һәм рухиәттең Етегән йондоҙо.
Арыҫлан Мөбәрәков (1908-1977) - СССР- ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт театр сәнғәтендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған мәшһүр сәхнә оҫтаһы, режиссер һәм драматург, ҡабатланмаҫ талантҡа эйә арҙаҡлы шәхес, йәмәғәт эшмәкәре. Донъя классик әҫәрҙәренән бөйөк образдарҙы ла, милли драматургиянан халыҡсан ролдәрҙе лә берҙәй бейеклектә башҡарған мәшһүр актер. Уның ижади асылында халҡыбыҙҙың күңел торошо, рух ҡөҙрәте сағыла, тарих ауазы сыңлай. Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы Мөбәрәков туған халҡының сәнғәте аша башҡа халыҡтар менән дә күрешкән ир-уҙман.
Рәғиҙә Янбулатова (1915-1997) – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Арыҫлан Мөбәрәковтың ғүмер юлдашы. Актриса, шағирә, драматург. Тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бергә йәштән үк әҙәби ижад менән дә шөғөлләнгән егәрле шәхес. Күп яҡлы ижадында – башҡорт театр сәнғәтенең һәм шиғриәтенең үҫеш үҙенсәлектәре, үҙе йәшәгән осор аһәңы сағыла. Зауыҡлы, мөхәббәтле, сәнғәт юғарылығында башҡарылған төрлө характерҙағы талантлы ролдәренән, нескә лирикаһынан илаһи яҡтылыҡ һәм изгелек бөркөлә.
Гөлли Мөбәрәкова (1936) - ике сәхнә әһеленең: Арыҫлан Мөбәрәков менән Рәғиҙә Янбулатованың ҡыҙы. СССР -ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Ике затлы нәҫелдең бөйөк сәхнә моңон өҙөлмәҫ итеп бөгөн дә илһамлы ижад менән йәшәгән мәшһүр актриса. Төрлө жанрҙағы сәхнә ролдәрендә тәбиғи һәләтен тик үҙенсә балҡытҡан, юғары башҡарыу һәләтенә эйә замандашыбыҙ. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ижады - башҡорт милли театрында башҡарыу оҫталығын билдәләүсе кимәл.
Проект 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы
грантына лайыҡ булды.
Проект авторы һәм күргәҙмәнең кураторы - музей мөдире Балғазина Азалия Әхмәт ҡыҙы.
Күргәҙмәне асыу көнө - 2016 йылдың 27 сентябре
(2- се ҡат, оркестр янындағы һул зал)
Күргәҙмәлә Мөбәрәковтарҙың фоторәсемдәре, документтары, картиналары, ғаилә архивынан шәхси әйберҙәре, шулай уҡ Башҡортостандың Белорет районы Ассы ауылының Арыҫлан Мөбәрәков музейынан һирәк экспонаттар урын алған. Күргәҙмәне спектакль алдынан, антракт ваҡытында һәм 8 (347) 273-80-27 телефоны буйынса алдан бирелгән заявка буйынса ҡарарға мөмкин.