Мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

15 сентябрҙә онлайн-режимда Мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы башлана. Башҡорт халҡының  һирәк башҡарылған жанры – мөнәжәтте һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү – конкурстың төп маҡсаты. Сара мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьәндән шиғри сәүрәләрҙе башҡарыусылар араһында иң яҡшыларын билдәләүгә йүнәлтелә.

Проекта 17 йәшкә тиклемге балалар һәм 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Конкурс 3 номинацияла үтә: мөнәжәт башҡарыу, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдиновтың шиғри эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 7 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Ҡаризалар һәм видеояҙмалар буйынса һайлап алыу туры 8-9 октябрҙә онлайн-режимда үтә. Еңеүселәр 16 октябрҙә Гала-концертта ҡатнашасаҡ.

Белешмәләр өмөн телефон: 8(347 - 75) 2-46-32; 8-999-131-18-37.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb