"Науруз" республика байрамын үткәреү ваҡыты билдәләнде

"Науруз" республика байрамын үткәреү ваҡыты билдәләнде

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда республиканың 12 милли-мәҙәни үҙәге вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы.

 Унда мигранттар өсөн «Перемена» мәктәбе мөмкинлектәре, шулай ук РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты Өфө филиалының мигрант абитуриенттар һәм БДБ илдәре абитуриенттары өсөн махсус программаһы тикшерелде. Тағы ла “Наурыз” республика байрамын уҙғарыу көнө билдәләнде.

БР милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, һауа торошо үҙгәрп тороу сәбәпле, байрамды быйыл 4 апрелдә үткәрергә ҡарар итте. Ул И. Якутов исемендәге паркта уҙасаҡ.

Белешмә:

Науруз Урта Азияла, Иранда, Афғанстанда һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә бик борондан килгән Яңы йылды ҡаршылау байрамы. Ул 21—22 мартҡа — көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә. Науруз — ислам диненә ҡағылмаған йола. Башҡорт һәм татар халыҡтарында киң таралмаған. “Науруз” республика байрамы Өфөлә 2001 йылдан алып үткәрелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb